Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Август 2022, 10:23

Хеҙмәттән туҡылған бәхет

..

Хеҙмәттән туҡылған бәхет
Хеҙмәттән туҡылған бәхет

Первомайский ауылына сәфәребеҙҙә мәҙәниәт йорто мөдире Дилә Ниғәмәтова беҙҙе ишек алды йәмле, нурлы гөл-сәскәләргә күмелгән Рәшиҙә һәм Садиҡ Кинйәбаевтар йортона алып килде. Ысынлап та тормошта бер-береһенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, ауылдаштарына өлгө булып, балаларының һәм ейән-ейәнсәрҙәренең иғтибар-ихтирамында йәшәгән йорт хужаларына һоҡланмау мөмкин түгел. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар йәштәрсә гөрләтеп донъя көтә, баҡса үҫтерә, мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Кәртә яғында сағыу ҡояштан йәшенеп, күләгәлә аяҡтарып һуҙып ҡырҡлап ап-ап өйрәктәр ял итә. Бер яҡта эре мал, икенсе яҡта иһә эреле-ваҡлы йорт ҡуяндары кишер менән һыйлана. Бар ерҙә тәртип, таҙалыҡ һәм бөхтәлек. Ә баҡсала иһә хужабикә үҫтергән мең төрлө сәскәләр күҙҙең яуын ала. Бынан тыш ниндәй генә емеш-еләк уңып үҫмәгән. Уны өлгөр хужабикә йыйып алып, эш итеп бөткән дә инде. Ишек алдына һоҡланып йөрөгәндән һуң, Кинйәбаевтар мине өйгә әйҙүкләне. Өйҙә әңгәмәселәрем менән яҡынданыраҡ таныштыҡ.

Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 32-се һанында.

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас: