Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Август 2022, 10:42

Ауыл табибы

..

Ауыл табибы
Ауыл табибы

Эйе, ауыл фельдшеры – ул табип урынында. Шулай булмай, ауылда ябай фельдшер әллә күпме кешене бер үҙе хеҙмәтләндерә. Ниндәй генә ауырыуҙар менән эш итмәй ул: кәрәк булһа, уколын да ҡаҙай, системаһын да ҡуя, диагноз ҡуйып, рецебын да яҙа. Тағы ла, яҙылмаған ҡанун буйынса, ауырыу төндә көсәйә. Тимәк, эштән һуң да саҡыртыуҙар була. Кем дә булһа медпункт ишеген асып инмәгән көн юҡ. Уйламағанда ауырып китеүең ихтимал, табип яҙған уколдарҙы һалдыртаһы бар, ҡан баҫымын да фельдшерҙан үлсәтеү ышаныслыраҡ. Йөклө ҡатындар, йәш сабыйҙары булғандар ҙа даими рәүештә ФАП-ҡа килеп, күҙәтелеп тора. 

Первомайский ауылы фельдшеры Фәниә Әхмәт ҡыҙы Баймаҡ районы Йәрмөхәмәт ауылында Йосоповтар ғаиләһендә алты бала араһында тәүгеһе булып донъяға килә.

Ул мәктәпте тамамлағас, Сибай медицина колледжына акушерлыҡ буйынса уҡырға инә һәм йәш белгес булып, Баймаҡ районы  Түбә ҡасабаһында һөнәре булйынса эш башлай. Артабан ошо уҡ райондың Йылайыр ҡасабаһы участка дауаханаһына акушер итеп күсерелә.

Йәш белгес Первомайский ауылы егете Ришат Йомағоловҡа кейәүгә сыға. Яратҡан эшен килен булып төшкән ауылда дауам итә. Тәүҙә балалар баҡсаһында тәрбиәсе-шәфҡәт туташы булып, артабан 1988 йылда  ФАП-ҡа фельдшерлыҡ эшенә күсә. Бөгөнгәсә эшен матур алып бара. Бынан тыш, Первомайский ауылынан биш саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан 1-се Мырҙа ауылы халҡын да хеҙмәтләндерә.

Тулы мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенен 32-се һанынанда таба алаһығыҙ.

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас: