Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Август , 14:17

АҠЪЯР-СИБАЙ ЮЛЫ ТӘРТИПКӘ ҺАЛЫНЫРМЫ?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Транспорт сәғәте” форматында үткәргән сираттағы кәңәшмәлә Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла райондарында юл ремонты планын ҡараны.

--2022 йылда был райондарҙың юлын яҡшыртыуға 1,6 млрд һум бүленгән. Беҙ 62 километр юлды тәртипкә килтереүҙе планлаштырабыҙ,--тине кәңәшмәлә транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Етәксе һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостан Рәсәй юлдарын модернизациялауҙың биш йыллыҡ программаһына ингән. Уға ярашлы, 2027 йыл аҙағынаса трассаның 85 процентын норматив торошҡа килтереү зарур. Улар исемлегендә Сибай-Аҡьяр, Акьяр-Новочеркасск (Ырымбур өлкәһе) юлы бар.

Кәңәшмәлә юлдар хәүефһеҙлеге лә тикшерелде.

Автор:Резеда Валиева.
Автор:
Читайте нас в