ЙӘМҒИӘТ
16 Августа 2022, 03:53

Илдарҙың ҙур еңеүе!

  

Илдарҙың ҙур еңеүе!Илдарҙың ҙур еңеүе!
Илдарҙың ҙур еңеүе!

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был йәкшәмбе, август, тотош Башҡортостан өсөн дә, Мәләүез районынан механизатор Илдар Ишекәев өсөн дә иҫтәлекле булды.

Ленинград өлкәһенең Свердлов исемендәге ҡасабаһында, ярыштарҙың төп сәхнәһендә ер һөрөү буйынса туғыҙынсы асыҡ Рәсәй чемпионаты еңеүсеһе һәм призерҙары иғлан ителде. Күп тапҡыр Рәсәй һәм Европа һөнәри ярыштарында ҡатнашҡан Мәләүез районынан Илдар Ишекәев ярыш хужалары вәкиле – Ленинград механизаторы Александр Дерюгиндан ғына ҡалышып, икенсе урынға лайыҡ булды.

Илдар Ишекәев – тәжрибәле оҫта, ярыштарҙа беренсе чемпионаттан уҡ ҡатнаша, бер нисә тапҡыр алдынғылыҡты яулай яҙған, һәм бына бейеклек яуланған. Уны лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

Мәғлүм булыуынса, ер һөрөү буйынса туғыҙынсы асыҡ Рәсәй чемпионаты 8 – 14 августа Ленинград өлкәһендәге ҙур “Приневское” ауыл хужалығы предприятиеһы биләмәһендә үтте. Быйыл ярышта Рәсәйҙең 40-тан ашыу төбәгенән һәм сит илдәрҙән командалар һәм делегациялар ҡатнашты. Башҡортостандан унда Илдар Ишекәев һәм Мәләүездең йәнә бер ауыл хужалығы предприятиеһы – “Салауат исемендәге” ауыл хужалығы етештереү кооперативы механизаторы Рафаэль Каганов көс һынашты. Форумдың эш программаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡатнашты.

Механизаторҙарҙың бөтә Рәсәй ярышында шулай уҡ трактор йөрөтөү оҫталығы буйынса бәйге, ауыл хужалығы техникаһында шоу-уҙыштар, үҙебеҙҙең ауыл хужалығы техникаһында тест-драйв, “Тарихи ер һөрөү”, “Тачкала уҙыштар” экспозициялары, сыр фестивале, шарап йәрминкәһе һәм башҡа саралар ойошторолдо.

Күргәҙмә саралары сиктәрендә “Башҡорт тирмәһе” форматында Башҡортостан экспозицияһы тәҡдим ителде. Күргәҙмә ҡунаҡтарын республиканың агросәнәғәт комплексы ҡеүәте менән таныштырҙылар, төп фермер хужалыҡтары һәм ҡулланыусылар кооперативтары хаҡында һөйләнеләр, Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлек менән һыйланылар.

Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Сығанаҡ: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Лилия Давлетбакова

Илдарҙың ҙур еңеүе!
Илдарҙың ҙур еңеүе!
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас