ЙӘМҒИӘТ
15 Август 2022, 10:21

Уйҙар тормошҡа аша

Ысынлап та, ни өсөн кире күре­нештәргә күбе­рәк иғтибар бү­ләбеҙ, күңе­лебеҙ­гә ҡара уйҙар ин­дерәбеҙ һуң?

Уйҙар тормошҡа ашаУйҙар тормошҡа аша
Уйҙар тормошҡа аша

Троллейбуста асыулы ҡатын китеп ба­ра, ти.
“Пассажирҙар – тупаҫ һәм оятһыҙ. Ирем – эскесе хайуан. Балалар – өлгәшмәгән хулигандар. Ә мин шундай бәхетһеҙ һәм бахыр...” – тип уйлай икән.
Уның артында фәрештә тора, ти, һәм барыһын да теркәп барған.
1. Пассажирҙар – тупаҫ һәм оятһыҙ.
2. Ирем – эскесе хайуан...
Аҙаҡ уҡып сыҡҡан да уйға ҡалған: “Былар уға ниңә кәрәк икән?.. Заказ биргәс, үтәйбеҙ инде...”

Ысынлап та, ни өсөн кире күре­нештәргә күбе­рәк иғтибар бү­ләбеҙ, күңе­лебеҙ­гә ҡара уйҙар ин­дерәбеҙ һуң? Бә­хетле булыр өсөн эргә-тирә­беҙҙәге матур­лыҡ­ты күрә, һоҡлана белеү ҙә етә бит. Әгәр кеше яҡшылыҡҡа һәм яҡты­лыҡҡа ышана икән – тормошо шулай буласаҡ та. Ә саҡ ҡына икеләндеңме – ыңғай һө­ҙөмтәгә өмөт итмәһәң дә була.
Үҙегеҙҙе һәм уратып алған мөхитте, ”шоңҡар” журналын яратығыҙ – донъя тағы ла матурайыр, күркәмләнер!

 

Сығанаҡ: "Шоңҡар" журналы.

Автор:
Читайте нас