ЙӘМҒИӘТ
13 Август 2022, 04:03

Мең ҡап ҡорот яугирҙәргә оҙатылды

  

Мең ҡап ҡорот яугирҙәргә оҙатылдыМең ҡап ҡорот яугирҙәргә оҙатылды
Мең ҡап ҡорот яугирҙәргә оҙатылды

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев эш сәфәре менән Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонда хеҙмәт иткән һалдаттарыбыҙ янында булғайны һәм унда егеттәргә һүҙ биреп ҡайтҡан ине. Әйткән һүҙ үтәлде, бөгөн Фәнис Ғәбдрәшит улы үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә түбәндәге яҙманы ҡалдырған.

"Тоцк полигонында хәрби күнекмә үткән Шайморатов исемендәге батальон егеттәренә август башында барғанда ҡорот ебәрергә вәғәҙә иткәйнек. Кисә, Үрге Яйыҡбай ауылынан «Бай» кооперативы ярҙамы менән, яугирҙәргә мең ҡап киптерелгән ҡорот ебәрҙек", - тип яҙған ул.

Тыуған Башҡортостандың сәләме булып барып етһен ине был ҡороттар, һәм һеҙгә имен-һау ғаиләгеҙгә, тыуған йортоғоҙға әйләнеп ҡайтырға насип итһен!

Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова

Мең ҡап ҡорот яугирҙәргә оҙатылды
Мең ҡап ҡорот яугирҙәргә оҙатылды
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас