

Бүребайҙан Әмир һәм Рәзифә Түләшевтар матур ғаилә ҡороп, тормош юлынан бергә атлауҙарының 50 йыллығын билдәләй.
Әмир Вәлиәхмәт улы Бүребайҙа ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Әрменән һуң, тәүҙә автотранспорт цехында, артабан Октябрь ер аҫты руднигына күсеп, хаҡлы ялға сыҡҡан шунда эшләй. Хеҙмәт эшмәкәрлеген ябай эшсе булып башлап, хеҙмәтте һаҡлау һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге бүлеге начальнигы вазифаһына күтәрелә. Бөгөн ул дөйөм хеҙмәт стажы 45 йыл тәшкил иткән ветеран.
Рәзифә Хәкимйән ҡыҙы сығышы менән Урыҫбайҙан. Йәшлек яҙында буласаҡ ирен осратып, Бүребайға йәшәргә күсә. Ул бөтә ғүмерен төҙөлөш өлкәһенә арнай. Сәнәғәт предприятиеһының ремонт-төҙөлөш цехында эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Түләшевтар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Уларҙы хеҙмәт династияһын дауам итеүселәр тип әйтеп була. Ҡыҙҙары Розалия ире менән Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының байыҡтырыу фабрикаһында. ә улдары Наил ҡатыны менән шахтала эшләй. Ейәндәре Радмир ҙа өсөнсө быуын таусы. Кесе ҡыҙҙары Зилә иһә медицина юлын һайлай.
Түләшевтар гөрләтеп баҡса үҫтерәләр, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Яратҡан шөғөлдәре лә бар. Ғаилә башлығы саңғыла йөрөргә ярата, ейәндәрен дә саңғыла һәм конькила шыуырға өйрәткән. Йорт хужабикәһе иһә ҡул оҫтаһы.
Автор: Карлугас Ишемгулова