

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) милли сәхнәнән китеүе тураһында хәбәр итте. Асыҡланыуынса, ул Мәскәүгә күсеп китә һәм ижадын рус телендә дауам итәсәк.
Был турала ул социаль селтәрҙә ҙур пост ҡалдырған.
“Мин китәм. Быйыл милли проекттарҙы тамамларға хәл иттем. Ял итеп ҡайтҡас башҡортса һәм татарса сығарасаҡ йырҙар 2022 йылда һуңғылары буласаҡ. Был минең милли эстрадалағы 16 йыллыҡ ижади юлым йомғағы буласаҡ. 2023 йылдың яҙында Башҡортостан ("Уфа арена") менән Татарстанда ("Татнефть арена") бәлиғ булыуҙы концерттар менән билдәләрбеҙ. Эпилог булып Мәскәүҙәге "Лужники" стадионындағы концерт торасаҡ. Ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләнем. Мине аңларҙар тип ышанам", - тип яҙҙы ул.
Артист балаларҙың уның ижади репертуары аша туған тел менән ҡыҙыҡһына башлауын үҙ эшмәкәрлегенең төп һөҙөмтәһе тип иҫәпләй.
Икенсе яңылыҡ артистың ҡатыны менән Мәскәүгә даими йәшәү өсөн күсеүенә ҡағыла. Әйткәндәй, әле ул Ағиҙел йылғаһы буйлап аға. Унан ҡайтҡас, күсеү тураһында уйлаясаҡ.
“Ҡайтыу менән әйберҙәрҙе йыябыҙ ҙа күсенәсәкбеҙ. Рус телендә күп материал тупланды, тотош бер альбомлыҡ. Ә Ҡазан менән Өфө араһында булып проектты алға ебәреү ауыр. Шуға күрә үҙем өсөн еңел булмаған күсеү ҡарарын ҡабул иттем. Мине оҙаҡламай федераль каналдарҙа ишетерһегеҙ тип ышанам”, – тип яҙҙы ул.
Радик яҙыуынса, ул социаль селтәрҙәрҙә хейтерҙарҙың насар һүҙҙәр яҙыуына әҙер, тик ҡарар ҡабул ителгән. Уға Башҡортостанда һәм Татарстанда ярҙам иткән, хуплаған кешеләргә рәхмәт әйткән һәм ҡайһы бер ҡылыҡтары өсөн ғәфү үтенгән.
Фото: evening-kazan.ru