ЙӘМҒИӘТ
10 Август 2022, 12:01

Водитель, ашыҡма, уяу бул, һине өйҙә көтәләр!

Юлдарҙа аңһыҙ бәлә-ҡазалар арта, ғүмерҙәр иртә өҙөлә

Водитель, ашыҡма, уяу бул, һине өйҙә көтәләр!Водитель, ашыҡма, уяу бул, һине өйҙә көтәләр!
Водитель, ашыҡма, уяу бул, һине өйҙә көтәләр!

Һуңғы ваҡытта республика юлдарында юл-транспорт һәләкәттәре күбәйҙе. Көн һайын юлдарҙа үлемесле авриялар тәркәлеүе тураһында хәбәрҙәр ишетеп тетрәнәбеҙ. Йөрәкте иң әрнеткәне – кешеләр, бигерәк тә балалар зыян күрә, һәләк була. Уйламағанда, көтмәгәндә тотош ғаиләләр юҡҡа сыға. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй ҡыуған, тиҙлекте сәғәтенә 160-200 км-ға тиклем арттырған водителдәр ҡайҙа шулай ҡабалана икән? Үлеменә ашығалармы? Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмаған водителдәр арҡаһында  күпме кешенең ғүмере өҙөлә. Шуға күрә юлға сығыуы ла хәүефле була башланы. Бөгөн оло юлға сыҡһаң, “гонка”ны хәтерләтә. Ялтырап торған сит ил  автомобилдәрендәге водителдәр бер-береһен уҙып ярышалармы ни? Бер секунд та көтөргә теләмәйҙәр, һәммәһе лә ҡабалана... Шул арҡала юл-транспорт һәләкәттәре арта. Ундай водителдәр трассала ғына түгел ауыл эсендә лә ҡыуалап йөрөй. Тиҙлекте сәғәтенә 40 км-ға тиклем сикләү тураһында билдәне күрмәйҙәр ҙә, елдереп 100-120 менән үтеп китәләр. Йәйәүлеләр үтә торған юлда ла туҡтап юл бирмәйҙәр, кешене тапатырмын тип уйламайҙар ҙа. Быға шәхсән үҙем шаһит булғаным бар. Шундай аңһыҙ водителдәр булдыра ла инде юл фажиғәләрен. Һөҙөмтәлә, улар арҡаһында бер ғәйепһеҙ кешеләр йәрәхәтләнә йәки яҡты донъя менән хушлаша. Июль айында ғына республика юлдарында күпме кешенең  ғүмере өҙөлдө. Араларында әле йәшәргә лә өлгөрмәгән балалар һәм үҫмерҙәрҙең булыуы йөрәкте әрнетә.

Фәнил Ишмырҙин, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Хәйбулла районы буйынса ЮХХДИ бүлегенең өлкән инспекторы:

  • Йыл башынан авгусҡа тиклем районда 11 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Уларҙа 11 кеше йәрәхәтләнһә, 3 кеше һәләк булды.  Күп юл-транспорт һәләкәттәре руль артына иҫерек ултырыу, юғары тиҙлектә барғанда иғтибарҙы ситкә йүнәлтеү, телефондан һөйләшеү, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтмәү сәбәпле килеп тыуа. Ҡатын-ҡыҙ водителдәр араһында ла ҡағиҙәләрҙе боҙоусылар күбәйҙе. Араларында эсеп рулгә ултырғандары ла бар. Быйыл иҫерек килеш автомобиль менән идара итеүсе 118 водитель тотолдо. Шулай уҡ 15 водитель эсеп ҡабаттан рулгә ултырған. Балаларҙы махсус креслоһыҙ ташыу буйынса быйыл 33, хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмау буйынса 116 административ протокол төҙөлдө. Һәр водитель автомобиль менән идара итеүгә яуаплы ҡарарға тейеш. Уларҙың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәүе беҙҙең өсөн түгел, тәү сиратта, үҙҙәренең ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн кәрәк.

Фаил Юлдашбаев, “ДОСААФ” -тың  урындағы бүлексәһе рәйесе:

  • Һәр водитель рулдә йөрөүгә яуаплы ҡарарға тейеш. Айырыуса пассажир ташыусылар. Ә беҙҙә күп осраҡта водителдәр рулдә телефондан һөйләшеп, иғтибарын юлға түгел, ситкә йүнәлтәләр. Көнбайыш илдәрендә статистика буйынса рулдә телефондан һөйләшеү күптән тәүге урында тора. Ә беҙҙә тәүге урында эскелек, икенсе урында насар юлдар килә. Йыл һайын ойошмалар һәм учреждениелар етәкселәре үҙҙәренең водителдәрен өҫтәмә уҡытырға тейеш. Улар өсөн 20 сәғәтлек дәрес ҡаралған. Сөнки юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендә даими үҙгәрештәр, яңы һыҙаттар барлыҡҡа килә, юлдарҙа техникалар арта.  Шуға күрә уларға яңы ҡағиҙәләрҙе өйрәнеү буйынса өҫтәмә белем алыу мөһим. ДТП юлдарҙың насар булыуынан да килеп тыуа. Даими юлда йөрөгән ҡайһы бер водителдәр ял итмәйенсә рулгә ултырып, шундай фажиғәғә тарый. Скутерҙа, мопедта йөрөүсе үҫмерҙәргә килгәндә, уларға мәктәптә үк юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтергә кәрәк. Уларға имтихан тапшырғандан һуң ғына йөрөргә рөхсәт бирергә мөмкин. 

Абдулхай Иҫәнъюлов,  “ДОСААФ”-тың  урындағы бүлексәһе уҡытыусыһы:

  • Ябай ғына юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтмәү, имтихан тапшырғандан һуң ҡағиҙәләрҙе практикала ҡулланыуҙы онотоу юл-транспорт һәләкәттәренә алып килә лә инде. Үҙем уҡытҡан курсанттарға һәр саҡ теорияны практиканан айырырға ярамағанлығын өйрәтәм. Улар үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә булырға тейеш. Был ҡағиҙәләрҙе машина йөрөтөү йылдары дауамында оноторға ярамай. Күптәр машина йөрөтөү күнекмәләренә йәки уҡыуға яуаплы ҡарамайынса тестарҙы, һүҙҙәрҙе ятлайҙар, һүрәттәрҙе хәтерендә ҡалдыралар. Имтихан тапшырғандан һуң, ҡайһы берҙәренән ҡағиҙәләрҙе һораһаң белмәйҙәр. Айырыуса йәштәр шулай. Тестарҙың мәғәнәһенә төшөнмәйенсә күҙ йомоп ятлайҙар. Ә бына өлкән йәштәгеләр уҡыуға яуаплы ҡарайҙар. Улар теория менән практиканы бергә бәйләргә тырышалар. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре юҡҡа ғына яҙылмаған бит. Уларҙы иғтибарлы уҡыу һәм практикала ҡулланыу мөһим. Быға һәр кем яуаплы ҡарарға тейеш. Әгәр шулай булмаһа, юлдарҙа авариялар һаны кәмемәйәсәк.

Фото:mgorsk.ru

 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас