

--Яңы йылда әхирәтемә Бүребай ауылына ҡунаҡҡа барғайным. Шунда осраштыҡ буласаҡ ирем менән. Беренсе күргәндә үк бер-беребеҙҙе күптән белгән һымаҡ ине. Йәйгеһен гөрләтеп туй яһап, өйләнештек,--тип тәү осрашҡан мәлдәрен хәтергә алды ул саҡта Сибай педагогия училищеһын тамамлап, тыуған Иләс ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп йөрөгән Нурия Фәсхетдин ҡыҙы.
Нурия Фәсхетдин ҡыҙы Бүребай ауылында балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй, артабан 10 йыл Хәйбулла район электр селтәрҙәре ойошмаһында эшләй. Шулай ҙа педагог һөнәре үҙенә тарта. Хаҡлы ялға сыҡҡансы һәм унан һуң да балаларҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.
Фәтих Юлай улының бөтә хеҙмәт эшмәкәрлеге Хәйбулла район электр селтәрҙәре менән бәйләнгән. Ул ошо предприятиела 30 йылдан ашыу баш инженер булып эшләй. Дөйөм хеҙмәт стажы 47 йыл.
Аҡҡусҡаровтар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Барыһы ла Бүребайҙа йәшәй. Фәтих һәм Нурия Аҡҡусҡаровтар ябай, аҙ һүҙле, эшһөйәр, тырыш, сабыр кешеләр. Балаларында ла ошо күркәм һыҙаттар тәрбиәләгәндәр.
Автор Ҡарлуғас Ишемғолова