

Йәнтеш районда иң хозур тәбиғәтле ауылдарҙың береһе. Ғорур тауҙарға һыйынып аҡҡан Һаҡмар йылғаһы буйына йәй етеү менән хәйбуллалар ғына түгел, сит яҡтарҙан, Ырымбур өлкәһенән “ҡунаҡтар” аҙна һайын ял итергә йыйыла. Тын ҡалған урман ҡосағына инеп, саф һауаны туйғансы һулауы үҙе бер бәхет, шулай бит? Әммә Һаҡмар йылғаһы тирәһендәге ағаслыҡтар, үлән араһы араһы өйөм-өйөм сүп-сар менән тулыуы бөтөнләй күңелде ҡыра. Рәхәтләнеп ял итәләр... әммә бар ҡыйҙарын ултырған урындарында уҡ ташлап китәләр. Был ғына етмәй әле: бәғзе берәүҙәр быяла шешәләрен онтап-онтап китә. Кескәй балалары менән йәш әсәләрҙең дә булыуын асыҡ төҫмөрләргә була, сөнки сүп-сар араһында балалар подгузниктары, пюре һауыттары һәм башҡалар тәгәрәп ята. Ҡайҙан һәм ниҙән киләлер был вәхшилек? Йыл да ошо хәл ҡабатлана. Әйтергә кәрәк, барыһын да бер ҡалыпҡа һалып булмай. Ғаилә, дуҫтар менән матур ял итеп, арттарынан бер сүп ҡалдырмай, йыйыштырып ҡайтҡандар ҙа бихисап ул. Әммә “Бер алама һыйыр бөтә көтөүҙе буяй” тигән кеүек, ер-әсәгә ҡарата шундай енәйәт ҡылған, артынан өйөм сүп ҡалдырған кешеләр ниндәй уйҙар менән ҡайтып китә икән? Кемдер әйтмешләй, ҡыйыңды урманға ташлағанда, сусҡа кеүек мырҡылдарға онотма!
Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 31-се һанында.