

Хәйбулла районы Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары халҡына гуманитар ярҙам күрһәтеү акцияһында ҡатнаша.
Был хәйриә акцияһынан Татыр-Үҙәк ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ла ситтә ҡалманы. Барлығы 10 пар бейәләй һәм нәскиҙәр әҙерләгәндәр. Ф..Ибраһимова, Р.Аҡьюлова, А.Луценко, Ф.Ишҡыуатова, С.Тусалина һәм башҡаларға ҙур рәхмәт. Ысын дуҫлыҡ һәм изгелек бына ошондай ваҡыттарҙа асыҡ тойола ла инде.
Фото һәм мәғлүмәт: