ЙӘМҒИӘТ
9 Август 2022, 10:45

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ, тиҙәр

Хәйбулла районы оҫтабикәләре Донбасс халҡына йылы әйберҙәр әҙерләй

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ, тиҙәрИзгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ, тиҙәр
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ, тиҙәр

Бөтә ил буйынса иғлан ителгән “Өләсәй хәстәрлеге” изгелек акцияһына ҡушылып, район оҫтабикәләре лә Донбасс халҡына ярҙам ҡулы һуҙа.

Район ветерандар ойошмаһы активистары тәүгеләрҙән булып акцияны хупланы. Мәҫәлән, Аҡъяр ауылынан 97 йәшлек Минзада Рыҫбаева  бәйләнгән әйберҙәрен тапшырҙы.

Был хәйриә акцияһы буйынса  Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларындағы оло йәштәге яңғыҙ кешеләр һәм ярҙамға мохтаж балалар өсөн бейәләйҙәр, башалтай, нәски, шарф, свитер һәм башҡа бәйләнгән йылы әберҙәр ҡабул ителә. Әйберҙәр гуманитар йөк менән ебәрелә.

Әйберҙәрҙе Аҡъяр ауылы, Батанов урамы, 12, 17-се бүлмәгә тапшырырға мөмкин.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас