ЙӘМҒИӘТ
9 Август 2022, 10:09

Һаман аңына килмәгән...

“Улым аяғына ғына баҫһын”

Һаман аңына килмәгән...Һаман аңына килмәгән...
Һаман аңына килмәгән...

Баймаҡ районында урынлашҡан “Юлдаш” лагерында булған бәхетһеҙ осраҡ тураһында хәбәр иткәйнек. 15 йәшлек малайҙың башына турник төшөп, ул ауыр йәрәхәттәр алғайны. Үҫмер бер аҙ Сибай үҙәк ҡала дауаханаһында ятты, унда уға операция яһанылар.

Малайҙың әсәһе Зарема ханым уны Өфөгә күсерергә тырышты. Баш ҡалаға килһә, малайы тиҙерәк аяҡҡа баҫыр тип ышанды. Үткән аҙнала, хәле бер аҙ тотороҡланғас, уны баш ҡалаға күсерҙеләр.

Әле әсәһе йәнә улының хәле туаһында һөйләне. Зарема ханым әйтеүенсә, малайҙың хәле әле һаман ауыр, ул ошоға тиклем аңына килмәгән. Билдәле булыуынса, фажиғә 31 июлдә булғайны, шунан бирле үҫмер комала.

– Табиптар әлегә бер нимә лә күҙаллай алмай. Әлегә көтәбеҙ, – тигән әсә.

Шулай уҡ быға тиклем ҡатын лагерь менән мөнәсәбәттәр асыҡларға, кемделер язаға тарттырырға теләмәүе тураһында әйткәйне. Уның өсөн иң мөһиме, улының аяҡҡа баҫыуы. Әсәгә сабырлыҡ теләйбеҙ.

Фото: "Моя Уфа" порталы. 

Автор:Альфия Мингалиева.
Автор:
Читайте нас