ЙӘМҒИӘТ
9 Август 2022, 11:44

Аҡъяр ауылын беҙ төҙөнөк

 Аҡъярҙан Мәрйәм Дәүләтбаева 40 йылдан ашыу төҙөлөш өлкәһендә эшләй

Аҡъяр ауылын беҙ төҙөнөкАҡъяр ауылын беҙ төҙөнөк
Аҡъяр ауылын беҙ төҙөнөк

Ошо дүрт тиҫтәнән ашыу ваҡыт эсендә Башҡортостандың  атҡаҙанған төҙөүсеһе Мәрйәм Әғил ҡыҙы  районда социаль объекттар һәм торлаҡ йорттар төҙөүгә тос өлөш индерә. Уның оҫта ҡулдары тейгән объекттар бихисап, уларҙың барыһын һынап үтеү ҙә мөмкин түгел.

 Сибай ҡалаһында төҙөлөш училищеһын тамамлаған 18 ҡыҙҙы Хәйбулла районына эшкә ебәрәләр.

--1962 йылда беҙҙе Хәйбулла районына эшкә ебәрҙеләр. Ул саҡта Аҡъяр ауылында йорттар ҙа, социаль объекттар ҙа аҫҡы урамдарҙа ғына ине. Иң тәүге объектыбыҙ 1-се Аҡъяр мәктәбе булды. Район үҙәге бәләкәй генә ине ул саҡта. Бөгөнгө Аҡъяр менән ул саҡтағыһының айырмаһы ер менән күк араһы. Хәҙерге “Бәпембә” балалар баҡсаһы урынында аэропорт булды. Артабан 1-се Аҡъяр мәктәбе янындағы өс ҡатлы бинаны төҙөүгә күстек (бөгөнгө Аҡъяр тау колледжының ятаҡханаһы). Аҙаҡ инде Юбилей урамдарындағы йорттар, ике ҡатлы дөйөм ятаҡ,  балалар баҡсаһы (хәҙерге балалар һәм үҫмерҙәр приюты) һалдыҡ. 70-се йылдар башында Йәштәр урамы, 2-се Аҡъяр мәктәбе файҙаланыуға тапшырылды. Хәйбуллала төҙөлөштөң иң ҡыҙыу һәм күңелле осоро ине, ең һыҙғанып эшләнек. Аҡъяр урамдарынан үткәндә үҙебеҙ төҙөгән объекттарҙы, йорттарҙы күреп, шул ваҡыттарҙы, бергә эшләгән хеҙмәттәштәремде һағынып иҫкә алам. Бөгөнгө Аҡъярҙы беҙ төҙөнөк тип ғорурланым әйтә алам,--тип хәтер ебен һүтте ветеран-төҙөүсе.

Мәрйәм Әғил ҡыҙы 40 йылдан ашыу ғүмерен төҙөүсе эшенә бағышлай.

--Төҙөүсе хеҙмәте иң ауыр эш тип һаналһа ла,  ауырлығын тойманым. Кәүҙәгә бәләкәй генә булһам да, көслө булдым. Иң мөһиме, дәртләнеп-янып, эшемде мөкиббән яратып башҡарҙым. Нәсимә Нураева,  Факиһа Нагаева, Нәсимә Юлдашбаева, Мәғәмүрә Нураева, Алһыу Юлдашбаева һәм башҡалар менән бергә эшләнек. Төҙөүселәрҙең күбеһе был донъяла юҡ инде, яҡты хәтирәләрен генә һаҡлайым. Аҡъярҙа ғына түгел, район ауылдарында ла күп объекттар төҙөнөк.  Өфө һәм Иҫәнгилде ауылдарында мәктәп, Садовыйҙа кирбес заводы, СТО төҙөнөк. Аҡъярҙа икмәк ҡабул итеү пунктын, матбуғат йорто бинаһын да беҙ эшләнек. Район үҙәгендәге йорттарҙың һәр кирбесе, һәр биҙәге таныш, яҡын,--тип һөйләне бишенсе разрядлы элекке төҙөүсе.

Мәрйәм һәм Рауил Дәүләтбаевтарҙы төҙөлөш эше таныштыра һәм ҡауыштыра. Улар 54 йыл бергә татыулыҡта йәшәп, биш балаға ғүмер биреп, лайыҡлы итеп үҫтерәләр. Беренсе танышыуҙары тураһында ла әңгәмәсем бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. “Мине иң беренсе буласаҡ бейемем “күҙләне”. Төҙөлөштә эшләгән өс ҡыҙҙы Мәрүәрә Итҡолова мәрхүмә сәйгә саҡырҙы. Ауыр эштә йөрөгөн беҙгә ни етә ҡалды, бих ихласлап барҙыҡ. Шунда ул улының әрме сафында хеҙмәт итеүе, тиҙҙән ҡайтасағы тураһында һөйләне. Унан һуң да һәр саҡ яныма килеп һөйләшеп йөрөй торғайны...

Мәҡәләбеҙҙең дауамын "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең киләһе һанында уҡығыҙ.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас