ЙӘМҒИӘТ
8 Август 2022, 06:04

Яңы Украинка ауылында Урамдар байрамы гөрләне

    

Яңы Украинка ауылында Урамдар байрамы гөрләнеЯңы Украинка ауылында Урамдар байрамы гөрләне
Яңы Украинка ауылында Урамдар байрамы гөрләне

6 августа Яңы Украинка ауылында Урамдар байрамы үтте. Был байрам - ул һәр ваҡыт яҡшы кәйеф, күтәренке тәьҫораттар һәм ауылдаштары менән бергә ваҡытты яҡшы үткәреү мөмкинлеге.

Байрамда район хакимиәте вәкилдәре, Таналыҡ ауыл хакимиәте башлығы Илгиз Сөлйәмәнов та ҡатнашты, улар ауыл халҡын байрам менән ҡотланы.

Ауыл халҡын һәм ҡунаҡтарын район мәҙәниәт йорто һәм Савельевка ауылы артистары һоҡланғыс концерт менән ҡыуандырҙы. Ауылдың абруйлы кешеләре маҡтау грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләк менән тәбрикләнде. Килгән ҡунаҡтарҙы тәмле аш, самауыр сәйе менән һыйланылар.

 

фото һәм мәғлүмәт: Яңы Украинка ауылы мәҙәниәт йорто.

Яңы Украинка ауылында Урамдар байрамы гөрләне
Яңы Украинка ауылында Урамдар байрамы гөрләне
Яңы Украинка ауылында Урамдар байрамы гөрләне
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас