Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Август , 20:49

Айыу кешеләрҙе ашағанмы?

Күптән түгел социаль селтәрҙәрҙә, мессенджерҙарҙа ҡот осҡос хәлде теркәгән фотолар тарала башланы. Баҡтиһәң...

Башинформ Айыу кешеләрҙе ашағанмы?
Айыу кешеләрҙе ашағанмы?Фото:Башинформ

Республика менән идара итеү үҙәге хеҙмәткәре Дмитрий Черенков Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Сәләм» тапшырыуы эфирында йәнәһе лә Кушнаренко районы халҡына һөжүм иткән кешеләрҙе ашаусы айыу тураһында хәбәрҙең ялған булыуын әйтте. Был мәғлүмәт бер аҙ элек интернетта баҫылған.

«Яңыраҡ мессенджерҙарҙа айыу ҡатнашлығындағы бәхетһеҙ осраҡ тураһында хәбәрҙе теркәнек. Әйткәндәй, майҙа социаль селтәрҙә уны ентекләп өйрәндек тә инде. Был һис тә ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Бынан тыш, кисә генә фейктың Новосибирск өлкәһендә йөрөүен асыҡланыҡ. Шул уҡ фотоһүрәт буйынса төшөрөү урынын да, ваҡытын да асыҡлап булмай. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: һүрәттәр Интернет селтәрендә 2015 йылдан алып даими килеп сығып тора», — тине Дмитрий Черенков.

Күпселек фейктарҙың айырылып торған үҙенсәлектәренең береһе тип Дмитрий Черенков уларҙы таратырға саҡырыуҙы атаны.

«Күптәр үҙҙәренең онлайн-ареалдарын үҙгәртеп, Рәсәйҙең бер өлөшөндә, йәки икенсеһендә күренеп, айҙар буйына, хатта йылдар буйына йөрөй, социаль селтәрҙәрҙән мессенджерҙарға күсә», — тип билдәләне белгес.

 

Видео:Башҡортостан Республика идара итеү үҙәге
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас в