

Бесән мәле. Иң ҡыҙыу осоро. Ҡыҙыҡ итеп иҫләрлек мажаралары ла байтаҡ уның. Ялҡауҙар эштән ҡаса, “мин бесән ашамайым” тип кенә ебәрә. Уңғандар отпускы алыу менән ата-әсәһенә, туғандарына ярҙам итергә ауылға ашыға.
Бер көләмәс иҫкә төштө әле. “Ҡаланан улын ҡайтарта алмаған атаһы “Бесән умер, приезжай” тип телеграмма һуҡҡан. Улы начальникҡа инеп, отгул һорағас, тегеһе, егеттең ҡайғыһын уртаҡлашып: “Какие у вас, башкир, странные имена”, - тип ғаризаһына ҡул ҡуйып сығарған, ти.
Ҡәҙерле дуҫтар! Бесәнгә бәйле ниндәй көләмәстәр, таҡмаҡтар беләһегеҙ. Бергәләп уйлашайыҡ әле!
Автор:Танзиля Давлетбердина