Хәйбулла районының иң оло десантсыһы Иҙрис Түләшевҡа 97 йәш!
Һауа-десант ғәскәрҙәренең 92 йыллығы уңайынан Хәйбулла десантсылары Аҡъяр ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иҙрис Түләшевтың йорто алдында шәхсән парад ойошторҙо. Афарин! Ысын ир-егеттәрсә хәрби теләктәшлеккә ҡарт десантсы ифрат шат!