ЙӘМҒИӘТ
2 Август 2022, 07:27

Һәр көнгә халыҡ һынамыштары:

Август айы ниндәй булыр?

Һәр көнгә халыҡ һынамыштары:Һәр көнгә халыҡ һынамыштары:
Һәр көнгә халыҡ һынамыштары:

Һәр көнгә халыҡ һынамыштары:

🌾1 август көндө ямғыр яуһа, көҙ илаҡ, ҡоро булһа - көҙ ҙә шулай килә.

🌾2 август - был көндө ҡоро булһа, алты аҙна буйы шундай һауа торошо һаҡланыр. Әгәр ямғыр яуһа, алты аҙна тоташ ямғыр яуыр.

🌾3 августа көнө буйы йәшенле ямғыр яуһа, боҙ ҙа көтөгөҙ.

🌾4 августа киске томан ер өҫтөнә йәйелһә, эҫе көндәр киләсәк.

🌾5 августа күктә ҡаурый һымаҡ болоттар күренһә, көндәр һыуыта.

🌾6 августа кәкүк түбәндән осһа - ямғырға.

🌾7 август иртәһе һыуыҡ булһа, ҡыш та шундай булыр.

🌾8 августа имән сәтләүеге күп икән, йыл уңышлы булыр.

🌾9 августа тиреҫ ҡуңыҙы кисен ергә яҡын оса икән, көндәр матур торор.

🌾10 августа ҡырмыҫҡалар үҙ ояларын ҙурайта икән, иртә, һыуыҡ ҡыш көт.

🌾11 августа өлгөргән һоло икенсе тапҡыр йәшелләнһә, көҙ илаҡ булыр.

🌾12 августа һауа бөркөү, себен-серекәй уҫал булһа - ямғырға.

🌾13 августа ямғыр алдынан йәйғор сыҡһа, насар һауа торошо оҙаҡҡа килер.

🌾14 август ниндәй булһа, 28е лә шулай булыр.

🌾15 август - әгәр ел төшкә ҡәҙәр ҡояш уңайына әйләнеп, төштән һуң, киреһенсә боролһа - аяҙ көндәргә ишара.

🌾16 август ниндәй, 19 декабрь шундай.

🌾17 августа ниндәй һауа торошо булһа, ноябрь айы ла шундай булыр.

🌾18 августа көндөҙ аяҙ булып, кискә таба болөттар ҡуйыра башлаһа, һауа торошо боҙола.

🌾19 августа ниндәй һауа торошо булһа, 14 октябрь һәм ғинуар ҙа шундай килер.

🌾20 августа ҡояш сыҡҡас, томан таралып бетһә, көндәр матур торор.

🌾21 августа ел көслө була икән, аҙна-ун көн елле булыр.

🌾22 августа ысыҡ ни ҡәҙәр күп төшһә, иртәгәһе көн шуның ҡәҙәр эҫерәк булыр.

🌾23 августа йылға-күлдәр өҫтөндәге һыу тын икән, ҡыш тыныс, буранһыҙ булыр. Көн уртаһында тулҡындар күренһә, ҡыш һыуыҡ килер.

🌾24 августа ҡояш сыҡҡанда ямғыр яуһа, ул бер-нисә көнгә һуҙылыр.

🌾25 августа ямғыр яуһа, "әбейҙәр сыуағы" ҡыҫҡа булыр. Йылы һәм аяҙ булһа - аҡ бәшмәк уңыр.

🌾26 августа төнө буйы ябалаҡ ҡысҡырһа, һауа торошо үҙгәрә.

🌾27 августа йомшаҡ ел - аяҙ көҙгә. Ел ҡоторһа, сентябрь һалҡын һәм илаҡ булыр.

🌾28 августа көн матур булсһа, 13-21 сентябрь көндәре ямғырлы булыр.

🌾29 августа торналар китеп бөтһә, 14 октябрь һалҡын булыр.

🌾30 август - сәтләүек уңышы мул булһа, киләһе йылға арыш уңыр.

🌾31 август аяҙ булһа, сентябрҙең беренсе аҙнаһы ямғырлы булыр.

 

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР төркөмөнән алынды

 

Автор:
Читайте нас