

Рәсәйҙең Финанс министрлығы Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “189-сы “Социаль өлкәлә дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеүгә дәүләт (муниципаль) заказы тураһында”ғы Федераль законды тормошҡа ашырыу буйынса пилот проекттарына идара итеү моделе” Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһен үткәрә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмәләп, финанс хеҙмәткәрҙәренең һуңғы ике йылда – коронавирус инфекцияһы осоронда һәм хәҙерге санкциялар баҫымы ваҡытында һынатмай, заман саҡырыуҙарына бирешмәй эшләүе хаҡында ла әйтте.
“Дәүләт бар икән, социаль заказ да бар, - тип белдерҙе Радий Фәрит улы. – Башҡортостан пилот проектында ҡатнаша”. Белеүебеҙсә, Башҡортостан Рәсәй Финанс министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте араһындағы килешеү сиктәрендә 2022 йылда апробацияға ҡушылғайны. Социаль хеҙмәттәрҙе күрһәтеүҙең яңы форматы социаль хеҙмәттәр баҙарында көнәркәшлекте үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала тағы бер ҡыҙыҡлы тәжрибәнең үткәрелеүе хаҡында әйтте. Һүҙ “Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты” тураһында барҙы. Был сертификаттың маҡсаты – өс йәшкә тиклемге балалары булған ата-әсәгә балалар баҡсаһында урын алыу һәм мәктәпкәсә белем биреүҙә шәхси секторға ярҙам итеү. Сертификат муниципаль балалар баҡсаһында урын менән тәьмин ителмәгән ике айҙан өс йәшкә тиклемге сабыйҙың ата-әсәһенә муниципаль баҡсалағы хаҡ буйынса шәхси мәктәпкәсә ойошмала урын алыу хоҡуғын бирә.
Рәсәйҙең финанс министры урынбаҫары Алексей Лавров барыһын да ҡунаҡсыл Башҡортостан еренә саҡырыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе, сараның маҡсаттары, социаль заказ инструменты үҫеше перспективалары һәм башҡалар хаҡында һөйләне. Ул шулай уҡ һуңғы йылдарҙа проектта ҡатнашҡан төбәктәр һанының артыуын белдерҙе. “16 төбәк ине, хәҙер – 34 төбәк”, – тине ул.
Сарала шулай уҡ Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары – республиканың финанс министры Лира Иғтисамова, Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Азат Ҡадиров, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Камкин, Мәскәү ҡалаһы Һаулыҡ һаҡлау департаментының “Ышаныс” Хоспистарға ярҙам хәйриә фондын ойошторороусы, Мәскәү күп профилле паллиатив ярҙам үҙәге директоры Анна Федермессер һәм башҡалар ҡатнаша.
Рәсәй Финанс министрлығы департаменты директоры урынбаҫары Андрей Семункин видеобәйләнеш аша 189-сы Федераль законды тормошҡа ашырыуҙа мотлаҡ электрон бюджет кәрәклеге һәм башҡалар тураһында белдерһә, Федераль ҡаҙнаның Мәғлүмәт системалары үҫеше идаралығы етәксеһе урынбаҫары Надежда Бабко телмәрендә бюджет системаһы үҫеше һәм bus.gov.ru порталы хаҡында һөйләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, эксперттар 2021 йылда 189-сы “Социаль өлкәлә дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеүгә дәүләт (муниципаль) заказы тураһында”ғы Федераль закондың тормошҡа ашырылышы тураһында һөйләшә, шулай уҡ төбәктәрҙәге уңышлы тәжрибә менән уртаҡлаша, социаль заказ механизмы үҫешенең мөмкинселектәрен асыҡлай.
Бөгөн шулай уҡ хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.