ЙӘМҒИӘТ
28 Июль 2022, 04:44

Инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе хәстәрләп Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән инвалид балалар т

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән инвалид балалар тәрбиәләүсе ғаиләләргә ярҙам буйынса республика модуль программаһы раҫланды. Ул 2022-2023 йылдарға иҫәпләнгән. 

Инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе хәстәрләп Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән инвалид балалар тИнвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе хәстәрләп Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән инвалид балалар т
Инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе хәстәрләп Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән инвалид балалар т

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән инвалид балалар тәрбиәләүсе ғаиләләргә ярҙам буйынса республика модуль программаһы раҫланды. Ул 2022-2023 йылдарға иҫәпләнгән. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында донъя күргән.

 
 
Инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе хәстәрләп

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән инвалид балалар тәрбиәләүсе ғаиләләргә ярҙам буйынса республика модуль программаһы раҫланды. Ул 2022-2023 йылдарға иҫәпләнгән. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында донъя күргән.

Программаның маҡсаты – инвалид балалар тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең тормош сифатын яҡшыртыу. Уның маҡсатлы аудиторияһы – балалар үҙҙәре, уларҙың ата-әсәләре йәки законлы вәкилдәре, социаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе учреждениелар етәкселәре һәм белгестәре. Программа инвалид балаларҙы тәрбиәләү һәм уларҙы үҙ аллы тормошҡа әҙерләү буйынса мәғлүмәтле ата-әсәләр һанын арттырыуҙы, кәмендә 30 өҫтәмә хеҙмәт (ата-әсәләр өсөн мәктәптәр, социаль-көнкүреш йүнәлеш кабинеттары) булдырыуҙы, социаль реабилитация сараларын прокатҡа биреү буйынса кәмендә 10 хеҙмәт ойоштороуҙы күҙҙә тота.

Программаны финанаслауҙың дөйөм күләме – 17,4 миллион һум. Шуларҙың 8,7 миллион һумы – Ауыр тормош хәлендәге балаларға ярҙам фонды гранты аҡсаһы, ҡалғаны – йәлеп ителгән аҡсалар. Яуаплы башҡарыусы итеп Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы билдәләнгән.

Фото “Башинформ”дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Автор:
Читайте нас