ЙӘМҒИӘТ
28 Июль 2022, 14:56

Беҙҙең йәштәребеҙ бал менән һыйлай

Ә башҡа төбәктәрҙең вәкилдәре нимә менән ғорурлана?

Беҙҙең йәштәребеҙ бал менән һыйлайБеҙҙең йәштәребеҙ бал менән һыйлай
Беҙҙең йәштәребеҙ бал менән һыйлай

Хәбәр итеүебеҙсә, 21 – 29 июлдә Һамар өлкәһендә Волга буйы федераль округының “iВолга-2022” Х йәштәр форумы үтә.

Сарала 2,5 меңдән ашыу кеше ҡатнаша: йәш әүҙемселәр, тирә-яҡты өйрәнеүселәр, арт-менеджерҙар, уйлап табыусылар, эшҡыуарҙар, ирекмәндәр, урбансылар, ижади коллективтар, артистар һәм башҡалар.

Был роликта - “iВолга”ла ҡатнашҡан бәхетле йәштәр. Форумға Волга буйы федераль округынан килгән вәкилдәр үҙ төбәктәренең үҙенсәлектәре, ғорурлыҡтары, өҫтөнлөктәре менән уртаҡлаша.

Беҙҙең республиканан ҡатнашҡандар Башҡортостандың төп байлыҡтарының береһе – башҡорт балы менән һыйлай.

Башҡа төбәктәр нимә менән ғорурлана икән? Ҡарағыҙ!

Фото: Волга буйы федераль округы сайтындағы видеонан скриншот.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас