

Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра, тип тырышып бесән эшләү үҙе бер ғүмер, үҙе бер ҡыҙыу мәл.
Уттай ҡыҙыу ваҡыт. Барса кеше тырышып бесән әҙерләй. Әбеш ауылынан йөрәгендә сәм, беләгендә көс бар 80 йәшлек ир уҙаманы Сурин Фазылйән Айса улы һәм Илембәтов Вадим Ниғмәтйән улы ла вахтаға тиклем бесән эшләп өлгөрәйем тип тырыша.