

Көндәр аяҙ торғанда мал тотоусылар бесән эшләй, күбә өйә, кәбән һала. Хатта район башлыҡтары ла ата-әсәһенә был эштә ярҙам итешә. Был хаҡта Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең "Бәйләнештә"ге социаль сәхифәһенә яҙҙы.
"Ялға ата-әсәйемдәргә ҡайттым. Ярты ғына көн булһа ла бесәндә булдым. Урман сәйе, бесән еҫе... Бала саҡтар иҫкә төшә... Бына ошо инде бәхет. Иҫән-һау булығыҙ, атай, әсәй. Рәхмәт һеҙгә!
Хөрмәтле дуҫтар, барығыҙға ла именлек, ныҡлы һаулыҡ һәм бәхетле тормош теләйем!"
Ә һеҙ бесәнгә барҙығыҙмы әле?
Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Автор:Карима Усманова
"Башҡортостан" гәзитенән алынды