ЙӘМҒИӘТ
26 Июль 2022, 11:48

Аҡъярҙа Еңеү һалдаты һәйкәле янында Хәтер стенаһы эшләнә

Унда һеҙҙең фронтовик-яҡындарығыҙҙың исем-шәрифе бармы? Булмаһа, уларҙың исемдәрен мәңгеләштереүгә мәғлүмәттәр тапшырырға ашығығыҙ!

Аҡъярҙа Еңеү һалдаты һәйкәле янында Хәтер стенаһы эшләнәАҡъярҙа Еңеү һалдаты һәйкәле янында Хәтер стенаһы эшләнә
Аҡъярҙа Еңеү һалдаты һәйкәле янында Хәтер стенаһы эшләнә

Хөрмәтле хәйбуллалар! Район үҙәгендә  Еңеү һалдаты һәйкәле янында Хәтер стенаһы эшләнә.  Бында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан райондаштарыбыҙҙың исемдәре мәңгеләштерелә.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов “Бәйләнештә” төркөмөндәге сәхифәһендә ошо турала бәйән итә.

--Подрядчик территорияны планлаштырыуға тотондо һәм  плиталарҙа яугирҙарҙың исем-шәрифтәрен уйып яҙыу эшен башлай. Исемлектәрҙе төҙөүҙә ярҙам күрһәткәндәрҙең һәммәһенә лә рәхмәт белдерәм. Бик ҙур эш башҡарылды, әммә  ветерандарҙың исем-шәрифтәрен төҙөү буйынса эш һаман  дауам итә. Беҙ был эште туҡтатмайбыҙ, ветерандар тураһында  мәғлүмәттәр әҙерләп  тапшырырға ваҡыт бар әле.

Әгәр Хәтер стенаһына индереүгә фронтовик-яҡындарығыҙҙың  мәғлүмәттәрен тапшырмағанһығыҙ икән,  Аҡъяр ауылы, Аҡмулла урамы, 5А адресы буйынса  Хәйбулла тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейына  ветерандың документтары менән мөрәжәғәт итеүегеҙҙе һорайбыҙ.

Телефон: 8 (34758) 2-19-12, е-mail: akjar.muzei@yandex.ru.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас