ЙӘМҒИӘТ
25 Июль 2022, 09:37

Благовар районында ҙур юл-транспорт ваҡиғаһы: биш кешенең ғүмере өҙөлгән

..

Благовар районында ҙур юл-транспорт ваҡиғаһы: биш кешенең ғүмере өҙөлгәнБлаговар районында ҙур юл-транспорт ваҡиғаһы: биш кешенең ғүмере өҙөлгән
Благовар районында ҙур юл-транспорт ваҡиғаһы: биш кешенең ғүмере өҙөлгән

Бөгөн Башҡортостанда микроавтобус менән КамАЗ-дың бәрелешеүе һөҙөмтәһендә биш кеше һәләк булған.

 
 
Благовар районында ҙур юл-транспорт ваҡиғаһы: биш кешенең ғүмере өҙөлгән

Авария иртән трассала теркәлгән. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 20 пассажир менән микроавтобус Благовар районының Языков ауылынан Өфөгә китеп барған. 1413 саҡрымда ул юл эштәре башҡарылған йөк машинаһына бәрелгән. Һөҙөмтәлә биш кеше ашығыс ярҙам килеп еткәнсе йән биргән, тағы унауһы төрлө йәрәхәттәр алған.

Әле ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөмө эшләй. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

 
Автор:Гаухар Фазуллина
Автор:
Читайте нас