

Һамар өлкәһендә барған “iВолга” йәштәр форумының онлайн-форматына ҡушылыусылар арта бара.
Волга буйы федераль округының “iВолга” йәштәр форумы башланғандан алып 20 000 самаһы кеше уның онлайн-тамашасыһы булған. Форумды асыу тантанаһының тура трансляцияһы 200 меңдән ашыу ҡарау йыйған. Был һандарҙы "iВолга" йәштәр форумының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Форумға 14 һәм унан өлкән йәштәге һәр кем ҡушылып, тамашасы була ала. Бының өсөн 27 июлгә тиклем рәсми сайтта (https://ivolgaforum.ru) теркәлергә һәм ҡыҫҡа форманы тултырырға кәрәк. Теркәлгәндән һуң тура эфирҙы тамашасы үҙенең шәхси кабинеты аша ҡарай ала. Айырым тапшырыуҙар “Бәйләнештә”ге рәсми төркөмдә лә (https://vk.com/forumivolga) ҡуйып барыласаҡ.
Быйыл “iВолга”ның 10-сы, юбилей миҙгелендә ҡатнашыусыларға бай һәм ҡыҙыҡлы белем биреү, мәҙәни-ял программалары тәҡдим ителә. Әйтәйек, Soft Skills һәм Open Space махсус әҙерлек йүнәлештәре эшләй башлаған да инде.
Soft Skills (“йомшаҡ оҫталыҡ”) тренерҙары — белем биреү һәм уҡытыу программаларын эшләүселәр, системалы бизнес өлкәһендә белгестәр һәм профессиональ психологтар. Курс алты тематик блоктан тора:
"Мин — позиция" — үҙеңде аралашыуҙа һәм эшмәкәрлектә тормошҡа ашырыу тураһында;
"Мин — партнёр" — башҡа кешеләр менән аралашыу һәм коллективтағы берҙәмлек тураһында;
"Мин – асыш" — ижад, илһам һәм яңы идеялар тураһында;
"Мин — ҡарар" — яуаплылыҡ, ҡарарҙар ҡабул итеү һәм етәкселек тураһында;
"Мин — ваҡиға" — эшеңдең һөҙөмтәләрен башҡаларға күрһәтеү һәм тамашасылар менән аралашыу юлдары тураһында;
"Мин — ҡаҙаныш" тигәнендә ҡатнашыусылар "Мин нимә беләм?", "Мин нимә эшләй беләм?", "Минең нимәм бар?" тигән һорауҙарға яуап бирә.
Икенсе махсус йүнәлеш – Open Space (“Асыҡ киңлек”) тәүге тапҡыр офлайн тәртиптә үтә һәм 11 асыҡ майҙансыҡ тәҡдим итә. Унда ҡатнашыусылар көнүҙәк темалар буйынса оҫталыҡ кластары, фекер алышыу форматында, шулай уҡ эксперттар менән осрашыу ваҡытында һөйләшә ала. Форумсылар был программаның үҙҙәренә оҡшаған төрлө майҙансыҡтарына ла бара ала. Быйыл яңы майҙансыҡтар – "Менталь сәләмәтлек" һәм "Мода биләмәһе", шулай уҡ форум партнерҙарының махсус майҙансығы — "Союзмультфильм" эшләй.
Белем биреү программаһының һуңғы көнө – "Open Аir" ("Асыҡ һауа") юбилей йылының сағыу үҙенсәлегенә әүереләсәк.
Фото: форумда ҡатнашҡан Башҡортостан йәштәре. Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетынан.
Автор:Равиля Гатауллина