

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Демография” милли проектының (национальный проект "Демография”) “Мәшғүллеккә ярҙам” проекты сиктәрендә Башҡортостанға бүленгән квота ике тапҡырға тиклем арттырылды.
Уға ярашлы, мең ярым программа буйынса белем алып, онлайн-фармацевт, педагог-дефектолог, маркетплейста эшләү буйынса белгес һөнәрҙәрен үҙләштерергә мөмкин буласаҡ.
Проектта бер нисә категория граждандар ҡатнаша ала: эшһеҙҙәр, 35 йәшкә тиклемгеләр һәм 50 йәштән ололар, декрет отпускыһында булған йәки мәктәпкәсә йәштәге бала тәрбиәләгән йәш әсәләр, эшһеҙ ҡалыу хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәр. Бының өсөн “Рәсәй эше” порталында теркәлеп, ғариза бирергә кәрәк.
“Былтыр республикала 1950 кеше белем алды, шуларҙың 84 проценты эш урындарында ҡалды, эшкә урынлашты йәки үҙмәшғүл булып теркәлде. Граждандарҙың күбеһе мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү, социаль хеҙмәт, архив эше, ашнаҡсы, электромонтаж, агрономия, веб-технологиялар, фармацевтика, графика дизайны һәм эшҡыуарлыҡ йүнәлештәрен һайланы”, - тип бәйән итте БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Был саралар РФ Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты (национальный проект "Производительность труда и содействие занятости”) бурыстарын да тормошҡа ашыра.
Фото: pulse19.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан