

Рәсәй Президенты указына ярашлы, түбән килемле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 8-17 йәштәге балалар өсөн өҫтәмә түләү индерелгәйне.
Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда был пособиены түләүгә өс миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Уны 125 мең балаға юллағандар.
Пособие алыуға ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталында, шулай уҡ Рәсәй Пенсия фондының клиент офистарында һәм Күп функциялы үҙәктә бирергә мөмкин. Мөрәжәғәтте тиҙләтелгән тәртиптә ҡарайҙар һәм ун эш көнөнән дә ҡалмай ҡарар сығаралар. Түләү билдәләнгән осраҡта, аҡса биш эш көнө дауамында иҫәпкә күсә.