

Мәғлүм булыуынса, Хәйбулла иҡтисадында металлургия өлкәһе мөһим урын алған, тимәк был өлкәлә эшләгән кешеләр ҙә бик күп. Шуға ла һәр йылдың июль айының 3-сө йәкшәмбеһендә билдәләнгән Металлургтар көнө район өсөн хеҙмәт, данлы традициялар һәм ғаилә династияларының оло байрамы булып тора.
Ошо уңайҙан «Башҡорт баҡыры» йәмғиәтендә күркәм саралар ойошторолдо. Петропавловка ауылы мәҙәниәт йортонда уҙғарылған предприятиеның иң алдынғы хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү тантанаһында район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илмир Ҡотоев барыһын да һөнәри байрамдары менән ҡотлап сығыш яһаны. Металлургтар көнө уңайынан «Башҡорт баҡыры» йәмғиәтенең беренсе ярты йыллыҡ эшмәкәрлегенә яҡынса йомғаҡ яһалды. Улар менән предприятиеның техник директоры Алексей Бодренков таныштырҙы.
Тулы мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 29-сы һанында уҡығыҙ.