

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә ҡарата тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейы хеҙмәткәрҙәре мөмкинлектәре сикле балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙе "Бәхет ромашкаһы” тип аталған оҫталыҡ дәресенә саҡырҙы.
Оҫталыҡ-класын Балалар ижады йортоноң өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы Ләйсән Зәйнетдинова үткәрҙе. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар ижади һәләттәрен күрһәтеп, оҫта ҡуллы педагог етәкселегендә гофрировкаланған ҡағыҙҙан матур ромашкалар эшләне. Балаларҙың атай һәм әсәйҙәре менән бергә ихлас эшкә тотоноуын күҙәтеү бик күңелле ине.
Оҫталыҡ дәресе барышында балалар һәм ата-әсәләр бер-береһе менән аралашты, шаяртты, ихлас көлдө һәм бик күп ыңғай тәьҫораттар алды. Музей хеҙмәткәрҙәре һәр ҡатнашыусыға иҫтәлеккә бүләк тапшырҙы.