ЙӘМҒИӘТ
14 Июль 2022, 10:06

Суперприз Сиҙәмгә юлланды

 Рафаил Айытбаев манты бешергес  отто.

Суперприз Сиҙәмгә юлландыСуперприз Сиҙәмгә юлланды
Суперприз Сиҙәмгә юлланды

2022 йылдың 2-се ярты йыллығына яҙылыусылар араһында үткәрелгән отош уйынында суперприз – манты бешергес Сиҙәм ауылынан Рафаил Айытбаев өлөшөнә сыҡты.

-Район гәзитен электән “Хеҙмәт байрағы”, “Яңы тормошҡа” исеме менән донъя күргәндә үк яҙылып уҡыйбыҙ. Ваҡытлы матбуғат уҡып, үҫкән быуын булғас, гәзитһеҙ ҡалмайбыҙ. Шуға күрә “Хәйбулла хәбәрҙәре”н йыл һайын алдырам. Гәзит биттәрендә баҫылған мәҡәләләр оҡшай. Гәзитте даими алдырһам да бер ҙә отош уйынында ҡатнашҡаным юҡ ине. Квитанцияны алып килергә йә ваҡыт юҡ, йә онотам. Әлбиттә, төп бүләк нәҡ минең өлөшкә сығыуына шатмын. Ундай шәп бүләк эләгер тип көтмәгәйнем, рәхмәт. Редакция коллективына ижади уңыштар, артабан да беҙҙе йөкмәткеле мәҡәләләр менән ҡыуандырыуын теләйем. Районда әсә телендә донъя күргән берҙән-бер баҫма булараҡ, “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенең ғүмере оҙон булһын, уҡыусылары күп булһын, тиражы кәмемәһен. Киләсәктә лә яратҡан “районкаға” яҙылып, отош уйындарында ҡатнашып, бүләктәр оторға яҙһын,- тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Рафаил Әхәт улы.

2023 йылдың беренсе ярты йыллығында үткәреләсәк отош уйындарында көтөп ҡалабыҙ. Икенсе юлы һеҙгә лә бәхет йылмайыр, тип ышанабыҙ.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас