

Атингән ауыл Советы ауыл биләмәһе депутаттары советы ултырышы үтте.
Быға тиклем ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын биләгән Фәхирә Булат ҡыҙы Исҡужина ғаилә сәбәптәре буйынса үҙ вәкәләттәрен һалыуға бәйле, ауыл биләмәһенең яңы башлығы итеп Айнур Әбделхәй улы тәғәйенләнде. Депутаттар Фәхирә Булат ҡыҙына халыҡ мәнфәғәтенә берлектәге хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерҙе.
А.Ә.Юнысов сығышы менән Салауат районының Юлай ауылынан. Ул Дыуан аграр техникумын тамамлап, әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Ханты-Манси автономиялы округында эшләй. 2013-2014 йылдарҙа “Илембәтов” КФХ-һында агроном булып эшләй. 2014 йылдан “Юнысов” КФХ-һы башлығы.