ЙӘМҒИӘТ
10 Июль 2022, 10:44

Диплом алғанда шаҡ ҡатырғыс хәл була...

Ҡыҙ колледжды ҡыҙыл дипломға тамамлай. Ә уның артынан сәхнәгә менгәс...

Диплом алғанда шаҡ ҡатырғыс хәл була...Диплом алғанда шаҡ ҡатырғыс хәл була...
Диплом алғанда шаҡ ҡатырғыс хәл була...

Ошо көндәрҙә БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы колледжында сығарылыш студенттарына диплом тапшырыу тантанаһы үткән. Милена Тоҡомбәтова “Хоҡуҡ һәм суд администрацияһы” йүнәлешен ҡыҙыл дипломға тамамлауға өлгәшкән.

Тантана барышында Милена өсөн көтөлмәгән хәл була: дуҫлашып йөрөгән егете сәхнәгә сығып, бөтә халыҡ алдында һөйөүен белдереп, ҡыҙҙың ҡулын һорай.

Милена уға ризалыҡ биргән. Йәштәргә бәхетле, мөхәббәтле ғүмер теләйек!

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com/allbashkiria (“Вся Башкирия” төркөмө).

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас