ЙӘМҒИӘТ
10 Июль 2022, 10:12

Алтын туйға ҡәҙәр йәшәү - үҙе бер бәхет

  Бүребайҙа ярты быуат бергә йәшәгән 8 ғаилә алтын туйҙарын билдәләне

Алтын туйға ҡәҙәр йәшәү - үҙе бер бәхетАлтын туйға ҡәҙәр йәшәү - үҙе бер бәхет
Алтын туйға ҡәҙәр йәшәү - үҙе бер бәхет

8 июлдә Бүребай ауылы мәҙәниәт йортонда байрам сараһы үтте. Ошо йылы июль көнөндә илебеҙ иҫ киткес байрам - Рәсәйҙә рәсми статус алған Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләй.

Ә бүребайҙар өсөн икеләтә байрам: 8 пар ярты быуат бергә татыу ғүмер итеп, алтын туйҙарын билдәләне. Төрлө ғаиләләр, яҙмыштар, ләкин уларҙың барыһын да бер нәмә берләштерә: улар бер-береһенә ҡарата һөйөү һәм ихтирамды йылдар һынауҙары аша үткәреп һаҡлап ҡалған. Алтын туйға ҡәҙәр йәшәү - үҙе бер бәхет...

Бына ул бәхетле парҙар - Әмир Вәлиәхмәт улы менән Рәзифә Хәкимйән ҡыҙы Түләшевтар, Шәкирйән Сәлимйән улы менән Ғәрифә Ҡәүәммитдин ҡыҙы Туғыҙбаевтар, Геннадий Егорович менән  Валентина Васильевна Демидовтар, Алексей Петрович менән Валентина Павловна Некрасовтар, Анатолий Григорьевич менән  Галина Васильевна Сенчуктар, Фәтих Юлай улы менән Нурия Фәсхетдин ҡыҙы Аҡҡусҡаровтар, Александр Сергеевич менән Людмила Павловна Гайдичарҙар, Владимир Дармидонович менән Анна Васильевна Аникиндар.

Тап ошо ғаиләләр бик күп ҡотлауҙар һәм изге теләктәр алды. Бындай байрам уңайынан әҙерләнгән концерт менән ләззәтләндек. Шулай уҡ ҡунаҡтарыбыҙ һәм тамашасыларыбыҙ ҙа ыңғай тәьҫораттар алды.

 

фото:Бүребай мәҙәниәт йорто.

Алтын туйға ҡәҙәр йәшәү - үҙе бер бәхет
Алтын туйға ҡәҙәр йәшәү - үҙе бер бәхет
Алтын туйға ҡәҙәр йәшәү - үҙе бер бәхет
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас