

Башҡортостан йәй миҙгелендә шифаханаларға йүнәлтмә алыусылар буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урында. Бер тәүлек йәшәү, туҡланыу һәм дауаланыу үтеү хаҡы уртаса 4 мең һумдан ашыу. Бындай мәғлүмәт Санатории-России нөктә рф порталында урынлаштырылған. Башҡортостан шифаханалары тәбиғи дауалау мөмкинлектәре менән билдәле. Республика йәйге ял өсөн популяр булған тәүге ун төбәк исемлегендә.
Сығанаҡ:https://bash.news/bash/news/180228-bashkortostan-shif..