ЙӘМҒИӘТ
8 Июль 2022, 18:57

Бар бит ауылдарҙа ир-егеттәр!

Переволочан ауылынан Анатолий Панченко ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел

Бар бит ауылдарҙа ир-егеттәр!Бар бит ауылдарҙа ир-егеттәр!
Бар бит ауылдарҙа ир-егеттәр!

Һәр кемгә мәғлүм, быйыл ямғырлы йәйгә бәйле үлән  шәп үҫә. Переволочан ауылынан Анатолий Панченко мотоблок менән үҙ ихатаһында ғына түгел,  ауыл эсендә һәм юл буйында ла ҡый үләндәрен сапты.

--Мотоблок ауыр булһа ла, уның менән эшләүе  уңайлы. Сабылған үләндәр кипһә, кәзәгә әҙер бесән була,--ти Анатолий.

Анатолий Панченко ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел. Ҙур баҡса үҫтерә, картуф ултырта. Ә кистәрен ҡулына гармунын ала, матур йырлай ҙа. Иртәнсәк уның ихатаһында йырлай-йырлай  эшләүен ишетергә була. Ул ижади кеше, шиғырҙар яҙа. Әгәр берәйһе ярҙам һораһа, бер ҡасан да кире ҡаҡмай.

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас