

Ромашкалар - бөгөнгө байрамдың төп символы.
Вәзәмдең өлгөр егеттәре һөйгән йәрҙәренә бер ҡосаҡ итеп гөлләмә йыйып, ауыл клубында йыйылған. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арнап, улар "Ауылым матур Таһир, Зөһрәләр менән" тигән байрам ойошторған. Дәртле, матур, оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер итеүсе парҙар йыйылған кисәгә.
Улар төрлө уйындарза ҡатнашып, күңелле ял минуттары үткәргән бергәләп. Барыһына ла алтын, таж туйҙарын үткәрергә насип булһын! Афарин, Бәләкәй Арыҫланғолдар!