ЙӘМҒИӘТ
8 Июль 2022, 08:41

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән!

Бөгөн район мәҙәниәт йортонда Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрам сараһы уҙҙы. Унда алтын туйҙарын билдәләгән парҙар, күп балалы ғаиләләр,  бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашҡан ғаиләләрҙе тәбрикләү тантанаһы булды.

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән!Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән!
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән!

Бөгөн район мәҙәниәт йортонда Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрам сараһы уҙҙы. Унда алтын туйҙарын билдәләгән парҙар, күп балалы ғаиләләр,  бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашҡан ғаиләләрҙе тәбрикләү тантанаһы булды. Байғусҡар ауылынан Кәбир һәм Зөһрә Баймырҙиндар “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн!” миҙалы менән бүләкләнде. 

Беренсе тапҡыр рәсәйҙәр был байрамды 2008 йылда – илдә Ғаилә йылы тип иғлан ителгән саҡта билдәләне. Ғаилә - мөһим социаль берәмек һәм уны ҡанундар яҡлай. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 38-се статьяһына күҙ һалайыҡ. Унда «Әсәлек, балалыҡ һәм ғаиләне дәүләт яҡлай. Балалар тураһында хәстәрлек күреү, уларҙы тәрбиәләү – ата-әсәләрҙең тигеҙ хоҡуғы һәм бурысы. 18 йәшкә еткән балалар хеҙмәткә һәләтен юғалтҡан ата-әсәләрен ҡайғыртырға бурыслы», - тиелә. Ғаилә байрамының «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» иҫтәлекле миҙалы ла бар, уны был көндө тапшыралар, һәм үҙенең символы – аҡ сәскә (ромашка). Элек-электән был сәскә мөхәббәт билдәһе булараҡ иҫәпләнә.

 

Сара тураһында тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите биттәрендә уҡығыҙ.

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас