

Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Сабирйән олатай ни бары 4-се класты тамамлап өлгөрә.
Артабан үҫмергә уҡыу эләкмәй. 12 йәштән колхоз малын көтә, ҡарауылсы ла була. Һарыкүл МТС-ында тракторсылар курсын тамамлай. Артабан комбайнсы һөнәрен үҙләштерә. Слесарь булып та эшләй. Оҙаҡ йылдар Вәлит һөтсөлөк фермаһы, артабан машиналар ихатаһы, иген келәте мөдире вазифаһын башҡара, бригадирлыҡ эшен дә алып бара. 1991 йылда оло хөрмәт яулап, хаҡлы ялға сыға.
Сабирйән Сөләймән улы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены, “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн”, “Фиҙакәр хеҙмәте өсөн” һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнә.
Фото Хайбуллинский вестник гәзитенән алынды