ЙӘМҒИӘТ
6 Июль 2022, 12:07

Дәүләт наградалары тапшырылды

Муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Роза Рәсембәтова Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһы менән бүләкләнде

Дәүләт наградалары тапшырылдыДәүләт наградалары тапшырылды
Дәүләт наградалары тапшырылды

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә һәм хеҙмәт министры Ленара Иванова урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре, шәфҡәт туташтары, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, мәшғүллек үҙәктәре инспекторҙары, иҡтисадсылар һәм бухгалтерҙар, министрлыҡ аппараты хеҙмәткәрҙәренә, түләмдәр буйынса белгестәргә, етәкселәргә һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн дәүләт наградалары тапшырҙы.

Бүләкләнеүселәр араһында муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Роза Рәсембәтова ла бар. Ул Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Роза Раузат ҡыҙын лайыҡлы наградаһы менән ҡотлайбыҙ!

 

                                                                                   

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас