ЙӘМҒИӘТ
5 Июль 2022, 11:18

Ветеран уҡытыусы

Педагогия хеҙмәте һәм тыл ветераны Рәшиҙә Әхмәтова үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләне.

Ветеран уҡытыусыВетеран уҡытыусы
Ветеран уҡытыусы

Мәғариф хеҙмәте һәм тыл ветераны, "Һуғыш осоро балалары" статусына эйә булыусы, ғүмеренең күп өлөшөн Бәләкәй Арыҫланғол ауылы балаларына башланғыс белем биреу менән шөғөлләнгән ветеран уҡытыусы Рәшиҙә Мәхмүт ҡыҙы Әхмәтова үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләне. Ул уҡытҡан балалар хәҙер үҙҙәре инде етмеште уҙып, күптән хаҡлы ялдалар. Бала сағы һуғыш осорона тап кигән Рәшиҙә Мәхмүт ҡыҙының хәтирәләренән ҙур бер китап баҫтырып сығарырға мөмкин булыр ине, сөнки уның күргәндәре шул осор кешеләре өсөн уртаҡ яҙмыш. Тормош иптәше мәрхүм Рауил Нәжмитдин улы менән дүрт балаға ғүмер бүләк итеп, яҡшы тәрбиә биреп, уҡытып кеше иткәндәр. Бөгөн кесе улдары Илгиз атай йорто нигеҙен һаҡлап гөрләтеп донъя көтә, кәләше Зөлхизә менән әсәйен ҡарайҙар. Ил инәһенә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.

 

Сығанаҡ һәм фото: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы.

Автор:
Читайте нас