

Зәйтүнә Әюүп ҡыҙы 1936 йылда Аҡнаҙар ауылында доньяға килә.
Әммә яҙмыш елдәре уны Урнәк ауылына алып килә. Зәйтүнә Әйүп ҡыҙы 10 бала тәрбиәләй. Хәҙерге көндә лә ул ҡул ҡаушырып ултырмай: күҙ яуын алырлыҡ гөл-сәскәләр, емеш-еләк үҫтерә. Мәҙәни сараларҙа ла ул әүҙем ҡатнаша. Ошондай ағинәйҙәр менән ауыл күркәм, ауыл матур.