ЙӘМҒИӘТ
5 Июль 2022, 11:46

Герой әсә

Әлибай ауылында йәшәүсе Зәлифә Ҡасҡынова туҡһан йәшен билдәләне.

Герой әсәГерой әсә
Герой әсә

Әлибай ауылында йәшәүсе Зәлифә Гәрәй ҡыҙы Ҡасҡынова туҡһан йәшен билдәләне. Юбилярҙы район ветерандар Советы Рәйесе Роза Аллағолова һәм Өфө ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Даян Кәримов тәбрикләне. Бала сағынан алып әлегәсә бихисап тарихи ваҡиғаның шаһиты була ул. Заманында уйнап та туймаған ҡыҙҙар һәм малайҙар хөкүмәт эшенә егелә. Ыҙалы заманда йәшәһә лә, инәйҙең 90 йәшкә етеүенең үҙ сере бар:
– Сирләргә ваҡыт булманы. Эш күп булды. Ил өсөн, азатлыҡ өсөн тип тырыштыҡ, ти инәй. Әйткәндәй, Зәлифә Гәрәй ҡыҙы туғыҙ балаға ғүмер биргән әсә лә. Ил өсөн, хөкүмәт өсөн, Еңеү өсөн үҙен йәлләмәй, бөтә ғүмерен эшкә бағышлаған ил инәләренең хеҙмәт юлы ысын мәғәнәһендә йәштәргә өлгө булып тора.

 

Сығанаҡ һәм фото: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы.

Автор:
Читайте нас