

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Ҡорбан байрамы уңайынан оҙайлы ялдар һәм ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә. «Киләһе эш аҙнаһы ҡыҫҡа була. Дүшәмбе, 11 июлдә, беҙҙе өҫтәмә ял көнө көтә», — тип иҫкә төшөрҙөләр республиканың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында.
Быйыл Ҡорбан байрамы шәмбе, 9 июлгә, тура килә. Шуға бәйле ул дүшәмбе, 11 июлгә, күсерелә. Шулай итеп, республикала биш көнлөк эш аҙнаһында 9, 10 һәм 11 июль — ял көндәре. Йома, 8 июлдә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Фото: Валерий Шахов.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-07-04/bash-ortostanda-y-sh-sel-r-e-orban-bayramy-u-ayynan-o-ayly-yaldar-m-y-a-esh-a-na-y-k-t-2862218