ЙӘМҒИӘТ
2 Июль 2022, 19:24

Бүребайҙа –“Айыҡ ҡатын” проекты

Маҡсаты—алкоголгә бәйләнешлектән арынған ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам ҡулы һуҙыу

Бүребайҙа –“Айыҡ ҡатын” проектыБүребайҙа –“Айыҡ ҡатын” проекты
Бүребайҙа –“Айыҡ ҡатын” проекты

Фәһемле сара “Валенки” фильмын ҡарауҙан башланды. Артабан сара “түңәрәк өҫтәл” артында әңгәмә формаһында дауам итте.

Ғаилә хеҙмәте етәксеһе Динә Аҡҡужина,  опека, ҡурсалау һәм балалар хоҡуғын яҡлау бүлегенең баш белгесе Юлиә Ишемғоловалар сығыш яһаны. “Ауылда алкоголизм проблемаһын нисек хәл итеү” тигән һорау буйынса Бүребай ауыл биләмәһе башлығы Эльвира Андреева сығыш яһаны. Тамара Корчагина, күп балалы әсә, балалар тәрбиәләүҙә үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Бүребай һәм Татыр-Үҙәк ауылдарының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйестәре  оло һәм үҫеп килгән быуында насар ғәҙәттәрҙе иҫкәртеү буйынса һөйләп, үҙ  эш алымдарын тәҡдим итте. Сара аҙағында психолог Ләйсән Рәхмәтова фәһемле кәңәштәрен еткерҙе.

Фото:  ВК службы семьи в Хайбуллинском районе

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас