ЙӘМҒИӘТ
1 Июля 2022, 10:21

Ҡуйы, оҙон, матур керпекле булғығыҙ килһә

Был өлкәлә махсус белеме булған үҙ эшенең оҫтаһы Светлана Ғөбәйҙуллинаға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Ҡуйы, оҙон, матур керпекле булғығыҙ килһәҠуйы, оҙон, матур керпекле булғығыҙ килһә
Ҡуйы, оҙон, матур керпекле булғығыҙ килһә

Ҡуйы, оҙон, матур керпекле булғығыҙ килһә, был өлкәлә махсус белеме булған үҙ эшенең оҫтаһы Аҡъяр ауылынан Светлана Ғөбәйҙуллинаға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Ул 2018 йылдан керпектәрҙе яһалма үҫтереү менән шөғөлләнә. Һәр йыл һайын меңләгән һылыуҡай Светлананың хеҙмәтенән ҡәнәғәт ҡала.

-Бөтәһе лә мине svetochka_lashmaker булараҡ белә.  Массажсы һәм ҡаштарҙы матурлау оҫтаһына ла уҡыным, әммә ваҡ моторика менән бәйле эште яратҡанға күрә, керпектәр үҫтереү күңелемә яҡыныраҡ. Һәр төрлө күләмдәге керпектәр үҫтерәм”, - ти Светлана.

Көндә иртән керпектәрҙе буяп йонсомаҫҡа, ә һәр саҡ матур керпекле булырға теләһәгеҙ, 8-937-150-03-37 телефонына шылтыратып яҙыла алаһығыҙ. Нәҡ Светланаға мөрәжәғәт итһәгеҙ үкенмәҫһегеҙ. Ул Аҡъяр ауылындағы “Әҙел” коворкинг үҙәгендә ҡабул итә.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас