

Бөгөн республика хөкүмәте ҡарамағындағы «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссияның терминология хеҙмәте ултырышында руссанан башҡорт теленә дөрөҫ тәржемә итеү өсөн үҙәк булдырыу кәрәклеге тураһында тәҡдим яңғыраны.
Бындай үҙәк алтаҡталарҙы тәржемә итеүгә бәйле килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирер, матбуғат биттәрендә, телеканалдар эфирында һәм башҡа әҙәби баҫмаларҙа терминдарҙы файҙаланыуҙы даими анализлауҙы көсәйтер ине, тип иҫәпләй проект авторҙары. Шулай уҡ ул терминологик һүҙлек төҙөүселәргә, алтаҡта биҙәүселәргә, штамптар, бланктар, мисәт эшләүселәргә методик ярҙам күрһәтеүҙе ябайлаштырырға тейеш.
Республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов башланғысты хупланы һәм мәсьәләне өйрәнергә вәғәҙә итте.