

Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән Хөкүмәт ултырышында инвалид балалар тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн 2022-2023 йылдарға иҫәпләнгән республика модулле ярҙам программаһын раҫлау хаҡындағы мәсьәлә тикшерелде. Был турала Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Андрей Назаров Башҡортостанда, Рәсәйҙәге кеүек үк, инвалид балалар һаны артыуы күҙәтелеүен билдәләп үтте. Һуңғы дүрт йылда республикала улар 13 процентҡа күбәйгән. Был – төбәгебеҙҙә йәшәүсе балаларҙың 2 процентҡа яҡыны тигән һүҙ. Шуға күрә “үҙенсәлекле” балалар өсөн реабилитация инфраструктураһын киңәйтеү көнүҙәк мәсьәлә булып тора.
– Башҡортостанда инвалид балалар тәрбиәләүсе ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса йыл һайын коммерция булмаған ойошмалар менән берлектә социаль әһәмиәткә эйә проекттар тормошҡа ашырыла. Шундай партнерҙарҙың береһе – ауыр тормош хәлендәге балаларға ярҙам фонды. Ул даими рәүештә республика хеҙмәттәренә булышлыҡ итә, – тине ул.
Инвалид балалар тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн 2022-2023 йылдарға иҫәпләнгән ярҙам программаһының төп йүнәлештәре һәм бурыстары хаҡында Башҡортостан ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельник бәйән итте.
“Инвалидтарҙың федераль реестры” дәүләт мәғлүмәт системаһы мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылдың 1 майына ҡарата Башҡортостанда 231,4 мең инвалид кеше йәшәй, шуларҙың 18,9 меңе – балалар. Республикала балалар инвалидлығының төп сәбәптәре - нервы системаһы системаһы сирҙәре (21,2%, 3483 бала), психик тайпылыштар (23,1%, 3794 бала), үҫештә тыумыштан булған кәмселектәр, хромосомалар боҙолоуы һәм тотоштағы тайпылыштар.
Республика программаһын ғәмәлгә ашырыуҙа 16 муниципаль берәмек ҡатнашасаҡ: Өфө, Нефтекама, Күмертау, Белорет, Октябрьский, Бөрө, Учалы, Сибай ҡалалары, Бәләбәй, Бүздәк, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Благовар, Яңауыл райондары. 2022-2023 йылдарға программаны дөйөм финанслау күләме 17 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк.
Фото “Башинформ”дан алынды.